1. Киләсәккә атлай халҡым
Ҡанлы юлдар аша үтеп.
Үткәндәрҙе өйрәнәмен,
Тарих йомғактарын һүтеп.
Ҡушымта:
Быуаттарҙан оран һала
Олатайҙар рухы беҙгә:
Тап төшөрмәй йәшәү кәрәк
Халҡыбыҙға, телебеҙгә!
2. Илем, халҡым һәм телемдең
Яҡлау, һаҡлау көткән мәле.
Халҡым ышанысын аҡлар
Ул һәм ҡыҙҙар тыуар әле.
Ҡушымта: шул уҡ
3. Ҡурайымдың моңдарында
Халҡым зары һәм үткәне.
Ҡобайыры, йырҙарында –
Уйлағаны һәм көткәне.